Биология
Википедия – ирекле энциклопедия
Биология (грек телендә Βìο – йәшәү һәм Λoγος - өйрәнеү) – тере тормош тураһында фән. Биология тере организмдарҙы характеристикалау һәм классификациялау, организм төрҙәренең барлыҡҡа килеүен, уларҙың бер-береһе менән һәм тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәтен өйрәнеү менән шөғөлләнә.
Биологияға кергән ботаника, зоология, медицина һымаҡ фәндәр – боронғо фәндәр. Шуға ҡарамаҫтан, биология айырым фән булараҡ 19-сы быуатта, фән эшмәкәрҙәре бөтә тере организмдар өсөн дөйөм булған ҡайһы бер характеристикаларзы асҡас, уҫешә башлаған. Бөгөнгө көндә биология – алдынғы фәндәрҙең береһе. Биология һәм медицина журналдарында йыл һайын миллиондан ашыу мәҡәләләр баҫыла, шулай уҡ биология мәктәптәрҙә стандарт уҡыу предметы булып тора.
Фән йүнәлештәре | Фән тураһында… |
Гуманитар | Йәмғиәт | Тәбиғи | Техник | Практик |
Математика | Физика | Химия | География | Астрономия | Геология | Биология | Тарих | Тел белеме | Филология | Философия | Психология | Социология | Антропология | Иҡтисад | Информатика |