Башҡортостан
Википедия – ирекле энциклопедия
|
|||||
Башҡала | Өфө | ||||
Майҙан - Бөтәһе |
30-сы 143 600 км² |
||||
Халыҡ - Бөтәһе |
7-се 4 104 336 (2002) |
||||
Федерал округ | Иҙел буйы | ||||
Иҡдисади район | Урал | ||||
Дәүләт теле | башҡорт,урыҫ | ||||
Президент | Мортаза Рәхимов | ||||
Премьер-министр | Рафаэл Байдәүләтов | ||||
Дәүләт йыйылышы рәйесе | Константин Толкачев | ||||
Гимн | Аудиояҙма (326 Kb, Mono) | ||||
Автомобил коды | 02 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +5 |
Башҡортоста́н Респу́бликаһы (Башҡортостан) — Рәсәй Федерацияһы төбәге, үҙаллы демократик дәүләт. Иҙел буйы федераль округына ҡарай. Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан һәм Удмуртия республикалары менән сиктәш.
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Халыҡ
Башҡортостанда 4104336 кеше йәшәй. Уларҙың 2626613 ҡалала, 1447723 ауылда көн күрә. Бөтә халыҡтың 46,9% ирҙәр тәшкил итә, йәки 1923233 кеше. Эре ҡалалар - Өфө (баш ҡала, 1042,4 мең кеше), Стәрлетамаҡ (264,4 мең кеше), Салауат (158,6 мең кеше), Нефтекама (122,3 мең кеше), Октябрьск (108,6 мең кеше). Республикалағы барлыҡ халыҡтарҙың 90,2% -ын иң күп һанлы өс милләт: башҡорттар (29,8%), урыҫтар (36,3%), татарҙар (24,1%) тәшкил итә.
Иҫкәртмә: Был бүлек 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса яҙылды.
Йылдар | Халыҡ һаны (кеше) | шул иҫәптән | ||
---|---|---|---|---|
Башҡорттар | Урыҫтар | Татарҙар | ||
1897 | 1,991,000 | |||
1913 | 2,811,000 | |||
1926 | 2,547,000 | |||
1939 | 3,158,969 | 671,188 | 1,281,347 | 777,230 |
1959 | 3,341,609 | 737,711 | 1,418,147 | 768,566 |
1970 | 3,818,075 | 892,248 | 1,546,304 | 944,505 |
1979 | 3,844,280 | 935,880 | 1,547,893 | 940,436 |
1989 | 3,943,113 | 863,808 | 1,548,291 | 1,120,702 |
2002 | 4,104,336 | 1,221,302 | 1,490,715 | 990,702 |
[үҙгәртергә] Тарих
1-се Бөтөн башҡорт ҡоролтайы (1917, июль) тарафынан һайланған Башҡорт мәркәз шураһы 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губернияһындағы башҡорт территорияларын Рәсәй республикаһының автономиялы өлөшө тип иғлан иткән. Шураның ҡарары 3-сө Бөтөн башҡорт ҡоролтайы тарафынан раҫланды (1917, 8 декабрь). 1919 йылдың 23 мартында Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында Килешеү нигеҙендә, Башкорт Автономиялы Совет Республикаһы иғлан ителгән. 1992 йылдан алып Башкортостан Республикаһы тип атап йөрөтөлә башлаған.
[үҙгәртергә] География
Республика Урал тауҙарының көнъяҡ өлөшөндә һәм Урал алдында урынлашҡан. Башкортостан ерендәге иң бейек нөктә — Ямантау тауы (1638 метр). Республиканың төнъяҡтан көнъяҡҡа оҙонлоғо — 550 км, көнбайыштан көнсығышҡа — 430 км. Дөйөм майҙаны 143,6 мең кв.км.
[үҙгәртергә] Башҡортостандағы йылғалар
Иң ҙур йылғалары: Ағиҙел (1430 км), уның ҡушылдыҡтары Нөгөш (235 км), Эҫем (239 км), Ҡариҙел (918 км), Әй (549 км), Дим (535 км), шулай уҡ Һаҡмар (760 км) менән Ыҡ (571 км) йылғалары.
[үҙгәртергә] Башҡортостандағы күлдәр
Башҡортостандағы күлдәр һаны 2700 тирәһендә.
Республика территорияһында «Башҡортостан» милли паркы бар.
[үҙгәртергә] Файҙалы ҡаҙылмалар
Башкортостанда нефть, тәбиғәт газы, күмер, тимер рудаһы, алтын, баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары бар.
[үҙгәртергә] Климат
Башкортостан климаты континенталь. Башҡортостан территорияһында урта йыллыҡ һауа температураһы +0,3°C-тан (тауҙарҙа) +2,8° C-ҡа тиклем (тигеҙлектәрҙә). Ғинуарҙың күп йыллыҡ урта темпратураһы -18° C, июлдең - +18° C. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ миҡдары 300-600 мм. Вегетация миҙгеле - 120-135 көн.
[үҙгәртергә] Үҫемлектәр донъяһы
Урмандар республика территорияһының 40%-ашыу өлөшөн тәшҡил итә.
[үҙгәртергә] Ҡалалар
Башҡортостан ҡалалары | ||
Башҡала: Өфө Ағиҙел | Баймаҡ | Бәләбәй | Белорет | Бөрө | Благовещен | Дүртөйле | Дәүләкән | Ишембай | Күмертау | Мәләүез | Межгорье | Нефтекама | Октябрьск | Салауат | Сибай | Стәрлетамаҡ | Туймазы | Учалы | Яңауыл |
[үҙгәртергә] Райондар
Башҡортостан райондары |
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |