Туймазы (ҡала)
Википедия – ирекле энциклопедия
Туймазы—Башҡортостандағы республика әһәмиәтендәге ҡала, Туймазы райыны үҙәге. Ҡала Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында Үсән йылғаһы буйында урынлашҡан.
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Тарихы
Туймазы ҡасабаһының барлыҡҡа килеүе 1912 йылда Сембер (Ульяновск) ҡалаһын Шишмә станцияһы менән тоташтырған тимер юлға бәйле. 1937 йылда Туймазы нефть ятҡылығы асылыуы уны үсешенә йоғонто яһай. 1960 йылдың 5 февралендә Туймазы эшселәр поселогыРСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән ҡала итеп үҙгәртелде. Хәҙер Туймазы Башҡортостандың көнбайышында эре сәнәғәт үҙәгенә әүерелде.
[үҙгәртергә] Сәнәғәт
Туймазы нефтен разведкалау эшен Ҡандры быраулау эштәре идаралығы башҡара. Нефть һәм газды сығарыу эштәрен «Октябрьскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы башҡара. Нефть ташыу эшен Собханғол эшселәр ҡасабаһы белгестәре үтәй. Ҡалала машиналар эшләү заводы, еңел һәм аҙыҡ сәнәғәте предприятиялары бар.
[үҙгәртергә] Мәғариф
Ҡалала 67 мәктәпкәсә йәштәге балалар ойошмаһы, 67 урта белем биреу мәктәбе, 8 музыка мәктәбе, 3 башланғыс белем биреү, 4 урта профессиональ белем биреу (педагогия колледжы, медицина колледжы, индустриалб техникум, юридик коллед) ойошмалары бар. Мәскәү коммуналь хужалыҡ һэм төҙөлө институтының уҡытыу-консультация пункты, Һамар гуманитар академияһы бүлексәһе, Көнсығыш ғуманитар университетыңың филиалы эшләй. Шулай уҡ авиация, педагогика, аграр университет филиалдары эшләй.
[үҙгәртергә] Мәҙәниәт
Ҡалала Тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы, Татар дәүләт драма театры эшләй. Мәҙәниәт һарайы, 3 мәҙәниәт йорто, 17 китапхана, спорт комплексы бар.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- ГOУ СПО «Туймазы педагогия колледжы»
- Туймазы студенттары форумы
- «Спутник» кинотеатры.
- Ҡаланың күңел асыу порталы
Башҡортостан ҡалалары | ||
Башҡала: Өфө Ағиҙел | Баймаҡ | Бәләбәй | Белорет | Бөрө | Благовещен | Дүртөйле | Дәүләкән | Ишембай | Күмертау | Мәләүез | Межгорье | Нефтекама | Октябрьск | Салауат | Сибай | Стәрлетамаҡ | Туймазы | Учалы | Яңауыл |