Web Analytics Made Easy - Statcounter

See also ebooksgratis.com: no banners, no cookies, totally FREE.

CLASSICISTRANIERI HOME PAGE - YOUTUBE CHANNEL
Privacy Policy Cookie Policy Terms and Conditions
Салауат (ҡала) — Wikipedia

Салауат (ҡала)

Википедия – ирекле энциклопедия

Ҡала
Салауат
Герб
Герб
Ил Рәсәй
Субъект Башҡортостан
Координаталар 53°22′ т. к. 55°56′ кс. о. (G) (Я)
Башлыҡ Хәлил Рәхимов
Нигеҙ һалыныу 1948
Ҡала (башлап) 1954
Майҙан 100 км²
Халыҡ 157 900 кеше (2005)
Ваҡыт бүлкәте UTC+5, йәй UTC+6
Телефон коды +7 3476
ОКАТО коды 80 439
Сайт http://www.salavat.ru
Салауат (ҡала) (Рәсәй)
Салауат (ҡала)


Салауат ҡалаһыБашҡортостандың көньяғында, Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан республика әһәмиәтендәге ҙур нефтехимия үҙәге.

Эстәлеге

[үҙгәртергә] Тарихы

1948 йылдың 30 мартындағы СССР Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә Ағиҙелдең һул яҡ ярынан 7—8 саҡрымда яткан Ҙур Аллағыуат ауылы тирәһендә мазут эшкәртеп, бензин алыу өсөн, Германиянан ҡайтарылган ҡоролмалар нигеҙендә 18-се комбинат төҙөлә башлай. Производствола эшләүселәргә йәшәү өсөн административ яҡтан Ишембайға ҡараған поселок төҙөу куҙ уңында тотола. Был төҙөлөш эштәрен аткарыу «Ишембайгазстрой» тресына йөкмәтелә. И.В. Сталин приказы буйынса төҙөлөшкә иркенән мәхрүм ителгән 25 мең тотҡон ебәрелә. Ҡалала бөгөндә дүрт хоҡуҡ төҙәтеү колонияһы бар. Тиҙҙән 1948 йылдың июнь айында буласаҡ ҡаланың тәүге барагы ҡалҡып сыға, ә көҙөн поселоктың беренсе урамына нигеҙ һалына. И.В. Сталин ҡултамғаһы менән сығарылған Совет дәүләтенең юғары ҡарарын тормошҡа ашырыусылар хөрмәтенә уға Төҙөүселәр урамы тип исем ҡушалар. 18-се комбинат менән бергә тыуған поселок йылға яҡын исемһеҙ йөрөй. Тик 1949 йылдың 7 июнендә генә уға РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы нигеҙендә халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың исеме бирелә. Ә 1954 йылдың 12 июненән алып Ишембай ҡала яны зонаһына ҡараған Салауат поселогы республика әһәмиәтендәге ҡалаға әүерелә.

[үҙгәртергә] Сәнәғәт

«Салауатнефтаоргсинтез» заводы
«Салауатнефтаоргсинтез» заводы

Салауат — ҙур нефтехимия үҙәге. «Салауатнефтеоргсинтез» акционерҙар йәмғиәте яғыулык, полиэтилен, азот ашламалары һ.б. продукция етештерә. «Салауатстекло» акционерҙар йәмғиәте, оптика-механика заводы тормоштоң төрлө өлкәһендә ҡулланылған тауарҙар — тәҙрә быялалары, быяла сүс, быяла һауыт-һаба, гәлсәр, биноклдәр, медицина приборзары эшләп сығара. Нефть эшкәртеү заводтары өсөн ҡорамалдарҙы «Салауатнефтемаш» фәнни-производство берекмәһе, ә сәнәғәт предприятиелары һәм төҙөлөш комплекстары өсөн — «Салауатгидромаш» акционерҙар йәмғиәте етештерә. Авторемонт, тәжрибә-эксперимент, тимер-бетон һәм минераль мамык етештереү заводтары эшләй. Еңел сәнәғәт «Содис» тегеү фирмаһы, һунар ҡорамалдары һәм трикотаж әйберҙәр фабрикаларынан тора.

[үҙгәртергә] Белем биреү һәм мәҙәниәт

Калала «Салауатгипронефтехим», Нефть машиналары эшләү институттары булеге, Өфө дәүләт нефть техник университеты филиалы, индустриаль һәм педагогик колледждар, медицина һәм музыка училищелары, бер юғары һәм биш урта профессиональ училище, 25 дөйөм биреү мәктәбе бар.

Салауат башҡорт драма театры эшләй.

Урыҫ телендә «Выбор», башҡорт телендә «Салауат» гәзиттәре сыға.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар


Башҡортостан ҡалалары
Башҡала: Өфө

Ағиҙел | Баймаҡ | Бәләбәй | Белорет | Бөрө | Благовещен | Дүртөйле | Дәүләкән | Ишембай | Күмертау | Мәләүез | Межгорье | Нефтекама | Октябрьск | Салауат | Сибай | Стәрлетамаҡ | Туймазы | Учалы | Яңауыл


aa - ab - af - ak - als - am - an - ang - ar - arc - as - ast - av - ay - az - ba - bar - bat_smg - bcl - be - be_x_old - bg - bh - bi - bm - bn - bo - bpy - br - bs - bug - bxr - ca - cbk_zam - cdo - ce - ceb - ch - cho - chr - chy - co - cr - crh - cs - csb - cu - cv - cy - da - de - diq - dsb - dv - dz - ee - el - eml - en - eo - es - et - eu - ext - fa - ff - fi - fiu_vro - fj - fo - fr - frp - fur - fy - ga - gan - gd - gl - glk - gn - got - gu - gv - ha - hak - haw - he - hi - hif - ho - hr - hsb - ht - hu - hy - hz - ia - id - ie - ig - ii - ik - ilo - io - is - it - iu - ja - jbo - jv - ka - kaa - kab - kg - ki - kj - kk - kl - km - kn - ko - kr - ks - ksh - ku - kv - kw - ky - la - lad - lb - lbe - lg - li - lij - lmo - ln - lo - lt - lv - map_bms - mdf - mg - mh - mi - mk - ml - mn - mo - mr - mt - mus - my - myv - mzn - na - nah - nap - nds - nds_nl - ne - new - ng - nl - nn - no - nov - nrm - nv - ny - oc - om - or - os - pa - pag - pam - pap - pdc - pi - pih - pl - pms - ps - pt - qu - quality - rm - rmy - rn - ro - roa_rup - roa_tara - ru - rw - sa - sah - sc - scn - sco - sd - se - sg - sh - si - simple - sk - sl - sm - sn - so - sr - srn - ss - st - stq - su - sv - sw - szl - ta - te - tet - tg - th - ti - tk - tl - tlh - tn - to - tpi - tr - ts - tt - tum - tw - ty - udm - ug - uk - ur - uz - ve - vec - vi - vls - vo - wa - war - wo - wuu - xal - xh - yi - yo - za - zea - zh - zh_classical - zh_min_nan - zh_yue - zu -