Мәсетле районы
Википедия – ирекле энциклопедия
Википедия - ирекле энциклопедия.
Мәсетле районы Башҡортостандың төнъяҡ-көнсығышында, Әй йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан. ТөнъяҡтанСвердловск өлкәһенең Красноуфим, Әртә райондары, көнсығыштан Башҡортостандың Балаҡатай, көнъяҡтан Ҡыйғы, көнбатыштан Дыуан райондары менән сиктәш.
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Район тарихы
1930 йылдың 20 авгусында Дыуан-Мәсетле исемендә ойошторолған. Ойошторолған ваҡыттағы ике документта райондың исеме ике төрлө яҙылған. ВЦИК РСФСР ҡарарында — «ДЫУАН-МӘСЕТЛЕ», ЦИК и СНК БАССР— «МӘСЕТЛЕ». 1932 йылда ВЦИК РСФСР ҡарары менән «МӘСЕТЛЕ» исеме беркетелә. В 30-е годы XX быуаттың 30-сы йылдарында район етәкселеге тарафынан районға «ӘЙ» исемен биреү тураһында тәҡдимдәр индерелә, әммә ләкин улар тормошҡа ашмай. 1963 йылдың 1 февраленән Балаҡатай һәм Мәсетле райондары берләштерелә. Яңы райондың исеме «БАЛАҠАТАЙ», район үҙәге Оло Ыҡтамаҡ була. 1965 йылдың 14 ғинуарынан Мәсетле районы яңынан булдырыла. Райондың сиктәре һәм биләмәһе шул ваҡыттан үҙгәрмәгән.
[үҙгәртергә] Район үҙәге
- 1930-1932 йылдарҙа - Дыуан-Мәсетле
- 1932-1935 йылдарҙа - Ләмәҙ-Тамаҡ
- 1935 йылдан - Оло Ыҡтамаҡ ауылы.
Район үҙәге Оло Ыҡтамаҡтан Өфө ҡалаһына 283 км. Яҡындағы тимер юл станциялары Красноуфим (Свердловск өлкәһе) - 76 км, Сулея (Силәбе өлкәһе) - 126 км алыҫлыҡта.
[үҙгәртергә] Биләмәһе һәм ауыл советтары
Район яңынан тергеҙелгәндә (14 ғинуар 1965 йыл) түбәндәге ауыл советтарынан торған: Әләгәҙ, Оло Аҡа, Оло Ыҡтамаҡ, Дыуан-Мәсетле, Ләмәҙ-Тамаҡ, Кесе Ыҡтамаҡ, Мишәр, Ростов. Шул уҡ йылды Яңы Мөслим ауыл советы тергеҙелгән, яңы Йонос ауыл советы төҙөлгән. 1985 йылда Кесе Ыҡтамаҡ ауыл советынан бүленеп Әжекәй ауыл советы булдырыла. 1987 йылда Ҡорғат ауыл советы тергеҙелә, ул Ростов ауыл советынан бүленеп сыға. 1989 йылда Мищәр ауыл советын бүлеп Яңы Яуыш ауыл советы төҙөлә. 1996 йылда Абдулла ауыл советы тергеҙелә, ул Оло Аҡа ауыл советынан бүленеп сыға. 2003 йылдың 14 ғинуарында (Рәсәй хөкүмәте ҡарары №14) Мишәр ауыл советың исеме Яңы Мишәр итеп үҙгәртелә. Шулай итеп, әлеге ваҡытта районда 14 муниципал ауыл берәмеге иҫәпләнә.
Теркәү ваҡыты | Биләмәһе (кв.км.) | Ауыл советы/Ҡасаба советы | Ауылдар |
---|---|---|---|
1 июнь 1940 йыл | 1717 | 15/1 | 125 |
1 июнь 1952 йыл | 1556 | 13/1 | 91 |
1 йыл 1961 йыл | 1543 | 8 | 65 |
1 йыл 1969 йыл | 1557 | 10 | 54 |
1 йыл 1972 йыл | 1557 | 10 | 52 |
1 йыл 1981 йыл | 1557 | 10 | 51 |
1 йыл 1999 йыл | 1557 | 14 | 50 |
Төрлө йылдарҙа ауыл советтары тураһында төплөрәк мәғлүмәт.
№п/п Ауыл советы исеме 1935 1940 1952 1961 1969 1972 1981 1999 1 Әбдрәхим + + + - - - - - 2 Абдулла + + + - - - - + 3 Әжекәй - - - - - - - + 4 Әләгәҙ - - - + + + + + 5 Арый + + - - - - - - 6 Оло Ҡыҙылбай + + + - - - - - 7 Оло Аҡа + + + + + + + + 8 Оло Ыҡтамаҡ + + + + + + + + 9 Дыуан-Мәсетле + + + + + + + + 10 Ҡорғат + + + - - - - + 11 Ләмәҙ-Тамаҡ + + + + + + + + 12 Кесе Ыҡтамаҡ + + + + + + + + 13 Мелекәҫ + + + - - - - - 14 Мишәр - + + + + + + + 15 Яңы Мишәр - - - - - - - - 16 Яңы-Мищәгәр + - - - - - - - 17 Яңы Мөслим + + + - + + + + 18 Яңы Яуыш - - - - - - - + 19 Ростов + + + + + + + + 20 Иҫке Хәлил + + - - - - - - 21 Йонос - - - - + + + + 22 Яңыбай + - - - - - - - 23 Мәсәғүт ҡ/с - + + - - - - -
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 25,6 мең кеше йәшәй. Күпселеген башҡорттар (58,4%), татарҙар (23,6%), урыҫтар (16,6%) тәшкил итә. Уртаса тығыҙлыҡ - 1 км2 16 кеше тура килә. Районда 49 ауыл бар. 2005 йылда Төрөпкилде ауылы бөтөрөлде. Ҙур ауылдар - Оло Устикин (7557 кеше), Әләгәҙ (1323 кеше), Оло Аҡа (1201 кеше), Яңы Мөслим (1072 кеше), Әжекәй (750 кеше), Дыуан-Мәсетле (669 кеше), Октябрьск (580 кеше), Кесе Устикин (570 кеше), Абдулла (553 кеше), Теләш (538 кеше), Яңы Яуыш (531 кеше), Ләмәҙ-Тамаҡ (522 кеше), Оло Ҡыҙылбай (508 кеше).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса райондың халыҡ һаны түбәндәгесә:
1939 | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|
29111 | 26300 | 28069 | 25406 | 23408 | 25604 |
Район Әй буйы убалы тигеҙлегенең бер өлөшен биләй. Климаты уртаса йылы, етерлек дымлы. Район аша Әй, уның ҡушылдыҡтары Оло Ыйыҡ, Ыйыҡ, Ләмәҙ, Аҡа йылғалары аға. Ере ҡара-һоро урман һәм көлһыуланған ҡара тупраҡлы. Урмандары имән, ҡарағай, ҡайын ағастарынан тора һәм райондың 1/5 өлөшен тәшкил итә. Газ ятҡылығы (Оло Устикин), ҡомло балсыҡ (Ҡыҙылбай, Кесе Устикин), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Ҡыҙылбай), төҙөлөш ташы (Оло Устьикин), төҙөлөш ҡомо (Салйоғот), эзбизташ (Мөслим), агрономик руда (Әжекәй, Бартук, Оло Устикин) һәм эзбизташ туфы (Мәләкәҫ) бар.
Район аша Мәсәғүт-Ачит, Оло Устикин-Балаҡатай, Оло Устикин-Үрге Ҡыйғы автомобиль юлдары үтә.
Төп етештереү тармағы булған ауыл хужылығы бөгөнгө көндә иҡдисади көрсөктә. Ауыл хужалығы малсылыҡ-игенселек йүнәлешендә мағсуслашҡан. Картуф үҫтереү, ҡымыҙ етештереү, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Аыул хужалығы ерҙәре 106,7 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр - 83,7 мең, көтөүлектәр - 19,2 мең, сабынлыҡтар - 3,8 мең га майҙан биләй.
Районда йыл әйләнәһенә эшләүсе республика балалар шифаханаһы, "Ҡарағай" шифаханаһы урынлашҡан.
40 дөйөм белем биреү , шул иҫәптән 13 урта мәктәбе бар. Оло Ыҡтамаҡта музыка мәктәбе, 123 - се профессионал белем биреү училищеһе эшләп килә. 25 дөйөм китапхана, 42 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 3 участка дауаханаһы бар.
Башҡорт телендә "Беҙҙең тормош", урыҫ телендә "Наша жизнь" гәзиттәре сыға.
[үҙгәртергә] Район ауылдары
Ауылдар | 1989 | 2002 |
---|---|---|
Район буйынса бөтәһе | 23408 | 25604 |
Абдулла ауыл советы | 508 | 564 |
Абдулла | 495 | 553 |
Жвакин | 13 | 11 |
Әжекәй ауыл советы | 719 | 750 |
Әжекәй | 719 | 750 |
Әләгәҙ ауыл советы | 3139 | 3411 |
Әләгәҙ | 1186 | 1323 |
Әй | 40 | 50 |
Борғатья | 244 | 260 |
Буртаҡ | 270 | 289 |
Оло Ҡыҙылбай | 494 | 508 |
Кесе Ҡыҙылбай | 73 | 80 |
Мәләкәҫ | 282 | 274 |
Октябрьск | 501 | 580 |
Теркеле | 49 | 47 |
Оло Аҡа ауыл советы | 2002 | 1993 |
Оло Аҡа | 1227 | 1201 |
Ключевой | 197 | 210 |
Степной | 224 | 255 |
Урта Аҡа | 354 | 327 |
Оло Устикин ауыл советы | 6609 | 7812 |
Оло Устикин | 6347 | 7557 |
Сальйоғот | 262 | 255 |
Дыуан-Мәсәтле ауыл советы | 1603 | 1740 |
Дыуан-Мәсетле | 651 | 669 |
Бурансы | 215 | 220 |
Ғүмәр | 203 | 216 |
Йыланыш | 185 | 221 |
Ҡаранай | 134 | 185 |
Түбәнге Туҡбай | 215 | 229 |
Ҡорғат ауыл советы | 701 | 648 |
Ҡорғат | 402 | 350 |
Тимербай | 111 | 90 |
Юлай | 188 | 208 |
Ләмәҙ-Тамаҡ ауыл советы | 1723 | 1808 |
Ләмәҙ-Тамаҡ | 519 | 522 |
Ҡотош | 363 | 360 |
Һабанаҡ | 439 | 437 |
Һөләймән | 402 | 489 |
Кесе Устикин ауыл советы | 945 | 1226 |
Кесе Устикин | 435 | 570 |
Үрге Бобин | 16 | 15 |
Түбәнге Бобин | 494 | 641 |
Яңы Мишәр ауыл советы | 1046 | 1151 |
Яңы Мишәр | 519 | 481 |
Аҙанғол | 266 | 296 |
Көршәле | 134 | 225 |
Төрөпкилде | 4 | 0 |
Ясин | 123 | 149 |
Яңы Мөслим ауыл советы | 1082 | 1072 |
Яңы Мөслим | 1082 | 1072 |
Яңы Яуыш ауыл советы | 802 | 861 |
Яңы Яуыш | 491 | 531 |
Иҫке Мишәр | 311 | 330 |
Ростов ауыл советы | 1179 | 1093 |
Теләш | 581 | 538 |
Ишәле | 237 | 209 |
Тәкә | 361 | 346 |
Йонос ауыл советы | 1350 | 1475 |
Йонос | 373 | 382 |
Әбдрәхим | 261 | 326 |
Айып | 266 | 307 |
Тайыш | 309 | 328 |
Тимерәк | 141 | 132 |
Башҡортостан райондары |
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.
- Мечетлинский район Республики Башкортостан.Краткая энциклопедия. —- Уфа, 2000.
- Населенные пункты Республики Башкортостан. Статистический сборник. Комитет государственной статистики Республики Башкортостан. Уфа. 2004. стр110-111