Web Analytics Made Easy - Statcounter

See also ebooksgratis.com: no banners, no cookies, totally FREE.

CLASSICISTRANIERI HOME PAGE - YOUTUBE CHANNEL
Privacy Policy Cookie Policy Terms and Conditions
Урал — Wikipedia

Урал

Википедия – ирекле энциклопедия

Урал — Европа менән Азия сиктәрендә яткан таулы физик-географик ил. Төнъяҡ киңлектең 68° алып 51° тиклем меридиональ йүнәлештә Кар диңгеҙенән Ҡаҙағстан далаларына һуҙылған биләмә. Оҙонлоғо 2000 километр. Киңлеге 40-60 километр, урыны менән 100 километрға етә.

Урал 5 географик зонаға бүленә — Поляр Урал, Поляр тирәһендәге Урал, Төньяҡ Урал, Урта Урал һәм Көньяҡ Урал.

Һыу айырғыс булған төп һырттан һәм киң уйһыулыҡтар менән айырылған һырттарҙан тора. Уралдың иң бейек түбәһе — «Исследовательский» һыртындағы «Народная» тауы (1859 м). Төньяҡ-көнбайышта Урал Пай-Хой һырты һәм Вайгач утрауы аша Яңы Ер утрауҙары тауҙарына күсһә, көньяҡта иһә бейеклеге 657 метрға тиклем еткән Мугоджары тауҙары теҙмәләре дауам итә.

Көньяҡ Уралда тау рельефының киңлеге 120 саҡрымға етә. Уралып ятҡан Уралтау мөһим һыу айырғыс булып, Башҡортостан еренән 300 саҡрым самаһы һуҙыла. Иң бейек тауҙары — Ямантау (1640 м), Ҙур Ирәмәл (1582 м).

Урал — йәшәйеште тәьмин иткән һыуалыш сығанағы ла. Печора, Уса, Тубыл, Иҫәт (Исеть), Тура һәм башҡалар — Төньяҡ Боҙло океан бассейнына, Кама менән Чусовая, Ағиҙел һәм Яйыҡ Каспий диңгеҙенә ҡарай. Күлдәре йәйрәп ята: Тауатуй, Арғужа, Уйылды, Ирташ, Ишкул, Сыбаркүл, Торғаяҡ, Өргөн, Оҙонкүл, Яҡтыкүл...

Төньяҡ Уралда — тау тундраһы, көньяҡтараҡ — тау-тайга урмандары. Ылыҫлыларҙан кедр, ҡарағас, ҡарағай, аҡ шыршы, шыршы үҫә. Көньяҡ Уралда имән, ҡайын, йүкә, уҫаҡ, саған да бар.

Үҫемлектәр донъяһы ла, йәнлектәр донъяһы ла төрлө. Башҡортостан йәнлектәре генә лә бихисап: айыу, бүре, төлкө, мышы, ҡоралай, аҫ, бурһыҡ, һыуһар, әлгәнйәк, кеш, һеләүһен, тейен, шәшке, ҡуян, янут, кама, көҙән, йофар, йәтсә...

Ҡоштары иһә өс йөҙләп төр: бөркөт, шоңҡар, кыйғыр, ҡарсыға, ҡарағош, ябалак, һупайҙы, тумыртҡа, кәкүк, ҡарлуғас, күгәрсен, торна, ҡауҙы, бүҙәнә, ҡор, һуйыр, сел, сөрәгәй, сәпсек...

Үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһын һаҡлау өсөн Урал биләмәләрендә Печора-Илич, Висим, Илъмен (башҡортса Имен), Башҡорт ҡурсаулыҡтары булдырылған.


[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.
  • Сәлимйән Бәҙретдинов. Башҡортостан календары 2008 йылға.
Башҡа телдәрҙә


aa - ab - af - ak - als - am - an - ang - ar - arc - as - ast - av - ay - az - ba - bar - bat_smg - bcl - be - be_x_old - bg - bh - bi - bm - bn - bo - bpy - br - bs - bug - bxr - ca - cbk_zam - cdo - ce - ceb - ch - cho - chr - chy - co - cr - crh - cs - csb - cu - cv - cy - da - de - diq - dsb - dv - dz - ee - el - eml - en - eo - es - et - eu - ext - fa - ff - fi - fiu_vro - fj - fo - fr - frp - fur - fy - ga - gan - gd - gl - glk - gn - got - gu - gv - ha - hak - haw - he - hi - hif - ho - hr - hsb - ht - hu - hy - hz - ia - id - ie - ig - ii - ik - ilo - io - is - it - iu - ja - jbo - jv - ka - kaa - kab - kg - ki - kj - kk - kl - km - kn - ko - kr - ks - ksh - ku - kv - kw - ky - la - lad - lb - lbe - lg - li - lij - lmo - ln - lo - lt - lv - map_bms - mdf - mg - mh - mi - mk - ml - mn - mo - mr - mt - mus - my - myv - mzn - na - nah - nap - nds - nds_nl - ne - new - ng - nl - nn - no - nov - nrm - nv - ny - oc - om - or - os - pa - pag - pam - pap - pdc - pi - pih - pl - pms - ps - pt - qu - quality - rm - rmy - rn - ro - roa_rup - roa_tara - ru - rw - sa - sah - sc - scn - sco - sd - se - sg - sh - si - simple - sk - sl - sm - sn - so - sr - srn - ss - st - stq - su - sv - sw - szl - ta - te - tet - tg - th - ti - tk - tl - tlh - tn - to - tpi - tr - ts - tt - tum - tw - ty - udm - ug - uk - ur - uz - ve - vec - vi - vls - vo - wa - war - wo - wuu - xal - xh - yi - yo - za - zea - zh - zh_classical - zh_min_nan - zh_yue - zu -