Web Analytics Made Easy - Statcounter

See also ebooksgratis.com: no banners, no cookies, totally FREE.

CLASSICISTRANIERI HOME PAGE - YOUTUBE CHANNEL
Privacy Policy Cookie Policy Terms and Conditions
Асылыкүл (күл) — Wikipedia

Асылыкүл (күл)

Википедия – ирекле энциклопедия

Асылыкүл, Башҡортостандағы иң ҙур күл, Дәүләкән ҡалаһының көнбайыш - төньяҡ-көнбайышында, ҡаланан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостан Урал алдының урман-дала зонаһына керә. Күл өҫтөнөң майҙаны - 23,5 км2 , тәрәнлеге иһә - 5,1 метр.Уның буйы — 8, киңлеге — 5 км. Күл урыны бурташ, гипс кеүек тау тоҡомдарының уйылыуынан Бәләбәй ҡалҡыулығының киң уйпатлығында хасил булған.


Эстәлеге

[үҙгәртергә] Урыны

Күл соҡоро Олотау, Тоболғаҡ, Оло Ҡарағас, Бәләкәй Ҡарағас түбәләре һәм Ташлытау һырты араһында урынлашҡан.

Яҙ миҙгелендә Асылыкүлгә Шарлама шишмәһе ағып төшә. һыу кимәле күтәрелгәндә күлдән Асылы Өйҙөрәк инеше ағып сыға һәм Кесе Өйҙөрәк йылғаһына (Димдең уң ҡушылдығыны) ҡоя.

Асылыкүл атамаһының килеп сығышына бәйле фекерҙәр төрлөсә. В. И. Даль уны Ассулы рәүешендә яҙып ҡалдырған һәм шулай аңлатҡан: «Асыҡ, төпһөҙ, бәлки, дөрөҫөрәге асыулы, сөнки, ысынлап та, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында күл үҙгәреп тора, йәйелә һәм кире тайта, арта һәм кәмей». Башҡортса Аслыкүл — «ике төплө күл», Аҫылкүл — «матур күл» була, тип тә фараз ҡылғандар. А. Г. Бессонов менән Ж. Ғ. Кейекбаев иһә атаманы «горько-соленое озеро» тип тәржемә иткән. Р. 3. Шәкүров та шундай ҡарашта.

Күлдең борон Ҡаратабын күле, Ер упҡан, Ер батҡан тигән атамалары ла булған.

[үҙгәртергә] Үҫемлектәр донъяһы

Асылыкүлдең тирә-яғында шырт еҙүлән, аҡтамыр, быуын япраҡлы шалфей, сел үләне кеүек һирәк осрай торған үҫемлектәр һаҡланып ҡалған.

[үҙгәртергә] Хайуандар донъяһы

Яр буйҙарындағы ҡыуаҡлыҡтарҙа йырсы ҡоштар моң һуҙа, күл фаунаһында ондатра, үлән араларында тәлмәрйен, кеҫәртке кеүек ер-һыу хайуандары осрай.

[үҙгәртергә] Һыу составы

Күлдең һыуы ҡаты, тоҙло, химик составы буйынса сульфат синыйының натрий төркөмөнә ҡарай.

[үҙгәртергә] Сығанаҡтар

Сәмийән Бәҙретдинов. Башҡортостан календары 2008 йылға.


aa - ab - af - ak - als - am - an - ang - ar - arc - as - ast - av - ay - az - ba - bar - bat_smg - bcl - be - be_x_old - bg - bh - bi - bm - bn - bo - bpy - br - bs - bug - bxr - ca - cbk_zam - cdo - ce - ceb - ch - cho - chr - chy - co - cr - crh - cs - csb - cu - cv - cy - da - de - diq - dsb - dv - dz - ee - el - eml - en - eo - es - et - eu - ext - fa - ff - fi - fiu_vro - fj - fo - fr - frp - fur - fy - ga - gan - gd - gl - glk - gn - got - gu - gv - ha - hak - haw - he - hi - hif - ho - hr - hsb - ht - hu - hy - hz - ia - id - ie - ig - ii - ik - ilo - io - is - it - iu - ja - jbo - jv - ka - kaa - kab - kg - ki - kj - kk - kl - km - kn - ko - kr - ks - ksh - ku - kv - kw - ky - la - lad - lb - lbe - lg - li - lij - lmo - ln - lo - lt - lv - map_bms - mdf - mg - mh - mi - mk - ml - mn - mo - mr - mt - mus - my - myv - mzn - na - nah - nap - nds - nds_nl - ne - new - ng - nl - nn - no - nov - nrm - nv - ny - oc - om - or - os - pa - pag - pam - pap - pdc - pi - pih - pl - pms - ps - pt - qu - quality - rm - rmy - rn - ro - roa_rup - roa_tara - ru - rw - sa - sah - sc - scn - sco - sd - se - sg - sh - si - simple - sk - sl - sm - sn - so - sr - srn - ss - st - stq - su - sv - sw - szl - ta - te - tet - tg - th - ti - tk - tl - tlh - tn - to - tpi - tr - ts - tt - tum - tw - ty - udm - ug - uk - ur - uz - ve - vec - vi - vls - vo - wa - war - wo - wuu - xal - xh - yi - yo - za - zea - zh - zh_classical - zh_min_nan - zh_yue - zu -