Икенсе донъя һуғышы
Википедия – ирекле энциклопедия
Икенсе донъя һуғышы (1939—1945), кешелек тарихында иң ҙур һуғыш. Был һуғышта 72 дәүләт һәм Ер шары халҡының 80 % ҡатнашҡан, һуғыш хәрәкәттәре 40 дәүләт территорияларында булған, 57 миллион тирәһе кеше һәләк булған.
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Һуғыштың тәүшарттары
Версаль килешеүе Германияның ҡораллы көстәрен үҫтереү мөмкинлеген ныҡ сикләгән. Ләкин, Гитлер власҡа килгәндән һуң, Германия Версаль килешеүенең бөтә сикләнеүҙәрен дә боҙа башлаған — атап әйткәндә, армияға алыныу тергеҙгән һәм тиҙ ғына төрлө хәрби техника эшләп сығарыуға тотонған. 1936-се йылда Германия ғәскәрҙәре Рейн демилитаризацияланған зонаһын баҫып алған. 1938-се йылда Германия Австрияны һәм Чехословакияның бер өлөшөн үҙенә ҡушҡан.
[үҙгәртергә] Европалағы һәм Төнъяҡ Африкалағы хәрби хәрәкәттәр театрҙары
Икенсе донъя һуғышы 1939-се йылдың 1-се сентябрендә Германияның Польшаға һөжүм итеү менән башлаған. 3-сө сентябрь Бөйөк Британия һәм Франция Германияға һуғыш иғлан иткәндәр. 17-се сентябрь совет ғәскәрҙәре Польшаның көнсығыш төбәктәрен баҫып алған (ҡара Совет-герман килешеүҙәре 1939). 30-сы ноябрь совет ғәскәрҙәре Финляндия территорияһына ингән (Ҡышҡы һуғыш 1940-сы йылдың 12 мартына тиклем дауам иткән һәм формаль яғынан совет сығанаҡтарҙа Икенсе донъя һуғышының өлөшө тип иҫәпләнмәй). 1940-сы йылдың апрель һәм май айҙарында Германия ғәскәрҙәре Дания, Норвегия, Бельгия, Нидерланды, Люксембург, июнь айында Францияны баҫып алғандар. 1940-сы йылдың июнь айында СССР Литва, Латвия, Эстония һәм Румынияның көнсығыш төбәктәрен баҫып алған. 1940-сы йылдың 10-сы июлендә Германия яҡлап Италия һуғышҡа ингән, уның ғәскәрҙәре август һәм сентябрь айҙарында Британия Сомалийы, өлөшләтә Кения һәм Судан баҫып алғандар, Мыср территорияһына ингән. Декабрь айында улар Британия ғәскәрҙәре тарафынан тар-мар ителеп, 1941 йылдың ғинуар — май айҙарында Көнсығыш Африканан ҡыуылған. 1941-се йылдың апрелендә Германия Греция һәм Югославияны баҫып алған. Япония Ҡытайҙың көньяҡ төбәктәрен һәм француз Һиндоҡытайының төньяҡ өлөшөн оккупациялаған.
1941 йылдың 22 июнь Германия Советтар Союзына һөжүм иткән (ҡара Бөйөк Ватан һуғышы). 1941—1942 йылдарында Гитлергә ҡаршы коалицияның нигеҙе формалашҡан (СССР, Бөйөк Британия һәм Америка Ҡушма Штаттары).
Ҡыҙыл Армияның Сталинград (1942—1943), Курск (1943) һәм Днепр (1943) яуҙарындағы еңеүҙәре Икенсе донъя һуғышының боролошо билдәләне. 1943 йылдың майында Бөйөк Британия һәм Америка ғәскәрҙәре Төньяҡ Африканы азат иткәндәр. 1943 йылдың июлендә Италияның фашист режимы емерелгән, октябрь айында Италия Германияға һуғыш иғлан иткән. Германия ғәскәрҙәре Италия территорияһын баҫып алған. 1943 йылдың июль-август айҙарында коалиция ғәскәрҙәре Италияға, 1944 йылдың июнендә — Нормандияға ингәндәр, икенсе фронт булдырып. 1944—1945 йылдарҙа совет ғәскәрҙәре Үҙәк һәм Көньяҡ-көнсығыш Европа илдәрен азат иткән. 1945 йылдың апрелендә союздаш ғәскәрҙәр Төньяҡ Италияны азат иткән, Көнбайыш Германияны баҫып алған. 1945 йылдың 2 майында Ҡыҙыл Армия Берлинды яулап алған. 8 май Берлин янындағы Карлсхорст тигән урында Германия ғәскәре башлыҡтары шартһыҙ капитуляция тураһындағы актҡа ҡул ҡуйғандар. СССР, АҠШ һәм Бөйөк Британия хөкумәт башлыҡтарының Берлин конференцияһы (17 июль — 2 август, 1945, Потсдам) Европаның һуғыштан һуң ҡоролошоноң нигеҙҙәрен билдәләгән.
[үҙгәртергә] Атлантика өсөн һуғыш
Икенсе донъя һуғышы башланыр алдынан Бөйөк Британияның Хәрби диңгеҙ көстәре Германияныҡынан күпкә көслөрәк ине. Бөйөк Британияның хәрби флотына ҡаршы көрәшеү өмөтһөҙ эш тип иҫәпләп, Германияның хәрби диңгеҙ флотының баш сардары Редер крейсер һуғышы стратегияһын һайлаған, йәғни дошмандың транспорттарын юҡ итеү стратегияһын. Был идеяны ғәмәлғә ашырыр өсөн утыҙынсы йылдар аҙағында «Дойчланд», «Адмирал Шеер», «Адмирал граф Шпее» исемле «кесә линкорҙар» төҙөлгән. Шул уҡ маҡсатҡа «Бисмарк» һәм «Тирпиц» исемле линкорҙар арналған. 1941 йылдың май айында «Бисмарк», Атлантикаға рейдҡа сығып, Британия хәрби ҡараптар тарафынан батырылған. Шунан һуң Гитлер ҙур ҡараптарға ышыныс юғалтып, хәрби флот башлығы итеп Дёницты тәғәйенләнгән. Дёниц иһә бигерәк һыу аҫты кәмәләр ярҙамында һуғыш алып барыу тигән фекерҙә торған. Германия күпләп һыу аҫты кәмәләре төҙөй башлаған. Тәүҙә уларҙың хәрби хәрәкәттәре уңышлы булған, ләкин 1943 йылдың апреленән алып Германияның һыу аҫты кәмәләре ауыр юғалтыуҙар кисерә башлаған. Атлантика өсөн һуғыш осоронда, 1939 йылдан алып 1945 йылға тиклем, Германия 340 һыу аҫты кәмә юғалтҡан. Гитлерга ҡаршы коалиция көстәре 4245 транспорт ҡарабы юғалтҡан. Атлантика өсөн һуғышта Германияның хәрби флоты ныҡ көсһөҙләнгән. Һөҙөмтә булараҡ, Германия хәрби диңгеҙ көстәре, коалиция көстәре Нормандияға диңгеҙ яғынан ингәндә, етди ҡаршылыҡ күрһәтә алмаған.
[үҙгәртергә] Алыҫ Көнсығыш һәм Тыныс океандағы хәрби хәрәкәттәр театрҙары
1931 йылдан алып япондар Маньчжурия һәм Төньяҡ Ҡытай баҫып алырға башлағандар. 1941 йылдың 7 декабрендә, һуғыш иғлан итмәй, Перл Харборға һөжүм итеп, Япония АҠШ-ҡа ҡаршы һуғыш асҡан (был һуғыш Тыныс океандағы һуғыш исемендә билдәле). 1941 — 1942 йылдың башында Япония Малайзия, Индонезия, Филиппины, Бирманы баҫып алған. Тыныс океандағы һуғыштың боролошо Мидуэй атоллы янындағы яу булған. 1944—1945 йылдарҙа Бөйөк Британия һәм Америка ғәскәрҙәре Маршалл һәм Мариан утрауҙарын, Филиппины азат иткән һәм Японияның Окинава утрауын баҫып алған. Америка авиацияһы Япониялағы Хиросима (1945-се йылдың 6-сы авгусында) һәм Нагасаки (9-сы авгусында) ҡалаларына атом бомбаларын төшөргән. 1945-се йылдың 9 авгусында Советтар Союзы Японияға һуғыш иғлан иткән, совет ғәскәрҙәре Японияның Квантун армияһын тар-мар иткән, Төнъяҡ-Көнсығыш Ҡытай, Төньяҡ Корея, Көньяҡ Сахалин һәм Курил утрауҙары азат иткән. 1945-се йылдың 2-се сентябрендә Япония шартһыҙ капитуляция тураһындағы актҡа ҡул ҡуйған.
[үҙгәртергә] Тағы ҡарағыҙ
- Бөйөк Ватан һуғышы
- Совет-фин һуғышы
- Тыныс океандағы һуғыш
- Беренсе донъя һуғышы